23 декабрҙә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡорт дәүләт медицина университетының күҙ һәм пластик хирургия Бөтә Рәсәй үҙәгендә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевҡа музей экспозицияһы асылды. Был сарала БДМУ ректоры, Рәсәй фәндәр академияһы академигы , профессор Валентин Павлов, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы совет хәрби летчигының улы, БДМу доценты Евгений Гареев, Башҡортостан башлығының патриотик тәрбиә һорауҙары буйынса кәңәшсеһе Валентин Солодовник һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Муса Гәрәев – летчик-штурмовик булараҡ хәрби юлын 1942 йылдың көҙөндә Сталинград һуғышында башлай. Донбасты, Ҡырымды, Белоруссияны, Литваны, Көнсығыш Пруссияны азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыш йылдарында 250 –нән ашыу хәрби осош яһай. 1945 йылдың 24 июнендә Ҡыҙыл майҙандағы тарихи сара – Еңеү парадында ла ҡатнаша. Бик йәшләй оҫта летчикка әүерелеп, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Бер көндө ике Алтын Йондоҙ алыусы кеше лә ул. Бынан тыш Бөйөк Ватан һуғышы осороноң барлыҡ хәрби ордендары, миҙалдары менән бүләкләнгән. Һуғышты Сталинград ҡалаһында сержант дәрәжәһендә башлаһа, майор, полк штурманы булып Германияла тамамлай. Музейҙы асыу урыны ла осраҡлы түгел. Ике тапҡыр Советтар Союзының улы Евгений Гәрәев 30 йылдан ашыу Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә эшләй. Евгений Муса улы музейға атаһының күп шәхси әйберҙәрен, китаптарын, хәрби формаһын, үҙе осҡан самолет макетын тапшырған. Музей тулыһынса Муса Гәрәевтың тормошон, эшмәкәрлеген сағылдыра. Фото: БДМУ-ның матбуғат хеҙмәте.