Донъя кимәлендәге вуз-ара студенттар кампусында “Аврора” һәләттәр үҫеше үҙәгенең лабораториялары урынлашасаҡ. Ул авиамоделләү, ракеталар төҙөү, программалау һәм робототехникаға йүнәлтелгән. Былар барыһы ла республикабыҙҙың мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн тәғәйенләнгән. - 2022 йылдан республикала авиатөҙөү профиле буйынса инженер кластары булдырылды, был проектың вуз партнеры булып Өфө фән һәм технологиялар университеты тора, индустриаль партнеры – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, селтәрҙәр партнеры – “Аврора” һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге. Тиҙҙән Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабы уҙғарыласаҡ, унда “Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге” һәм “Робот техникаһы” йүнәлештәре йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара, - тип һөйләне Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин. “Аврора” һәләттәрҙе үҫтереү үҙәгендә йәштәр лабораториялар нигеҙендә ракета, самолет моделдәрен эшләй. Уҡытыусылары етәкселегендә аэродромдарҙа уларҙы һынап ҡарайҙар. Үҙәктә аҙна һайын белем биреү программалары уҡытыла, шулай уҡ “Аврора” инженер мәктәбе сиктәрендә лә саралар алып барыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.