Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 19 декабрҙә республикабыҙҙан мобилизациланған һәм ирекле рәүештә киткән яугирҙәр өсөн 105-се гуманитар конвой оҙатылды. Һалдаттарға адреслы ярҙам ойошмаларҙан, йәмәғәт берекмәләренән, шулай уҡ битараф булмаған граждандарҙан тупланды. Йөк составына 13 автомобиль, 223 кубометр ағас материалдары, 74 кубометр йылытыу өсөн утын, ике күсмә мунса, автомобиль тағылмаһы, тәгәрмәстәр, ноутбуктар, прицелдар, тепловизорҙар, “буржуйка” мейестәре, маскировка селтәрҙәре , туғандарынан посылкалар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр инде. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов сираттағы гуманитар ылауҙы әҙерләүҙә ярҙам күрһәткәндәргә рәхмәт белдерҙе. Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республиканың дәүләт комитеты.