23 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын асыу тантанаһында ҡатнашты. Бина “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә реконструкцияланды. Учреждениены модернизациялауға ике йыл элек тотонғайнылар. Театрҙың ҙур залында 300 урынға иҫәпләнгән өс кимәлле сәхнә эшләнде. Спектаклдәрҙә ҡурсаҡтар төрлө бейеклектә урынлашасаҡ. Был иһә тамашасыларға ла ҡыҙыҡлыраҡ буласаҡ. Беренсе ҡатта 135 урынға иҫәпләнгән бәләкәй зал һәм “Алтын балыҡ” тип аталған театраль кафе эшләнде. Ул Александр Пушкиндың әкиәттәре стилендә биҙәлгән. Реконструкциянан һуң бинаның дөйөм майҙаны ике тапҡырға тиерлек артты. Театҙың тәүге ҡунаҡтарын тантаналы рәүештә Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу сәләмләне. Башҡортостан Башлығы учреждениеның асҡысын әкиәт персонажына - Өфөнөң символы булған һуҫарға тапшырҙы. - Яңы йыл алдынан балаларыбыҙға, республикабыҙ башҡалаһына, уның 450 йыллығы алдынан бик матур бүләк эшләйбеҙ. Ошондай ҙур эште башҡарып сыҡҡан төҙөүселәргә рәхмәт. Бындай театрҙар республикабыҙҙа к