Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Яугирҙәрҙең теләген иҫәпкә алырға тырышабыҙ”

Салауат ҡалаһы эшҡыуарҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн берләште. Улар берҙәм команда булып, ҡала халҡы менән посылкалар әҙерләй, маскировкалау селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәре яһай, тип хәбәр итә “Выбор” гәзите. – Эште ойоштороу өсөн “Беҙ бергә – көс” тигән ирекмәндәр хәрәкәтен булдырҙыҡ. Тәүҙә рация, тепловизор, дарыуҙар алырға аҡса йыйҙыҡ. Аҙаҡ блиндаж шәмдәренә ихтыяж булыуын белдек.Ҡыҙҙар менән эшкә керештек. Яугирҙәргә маскировкалау селтәрҙәре кәрәклеген ишеткәс, былтырҙан алып селтәр үрәбеҙ. Был эшкә пенсионерҙар, балалар ҙа ярҙам итә, – ти Альбина Рябина. Тәүге гуманитар йөктө былтыр сентябрь айында оҙаталар. Ирекмән Стәрлетамаҡҡа барып, шәмдәр эшләүҙе өйрәнгән. – Салауатҡа ҡайтҡас, кәрәкле материалдарға заказ бирҙем. Тәүге шәмде тикшереп ҡараныҡ, бөтәһе биш сәғәтбуйы янды. Шунан һуң МХО өсөн уларҙы әҙерләүгә тотондоҡ. Ә үреү технологияһын интернет аша өйрәндек, – ти Альбина Рябина. Бөтәһе биш меңгә яҡын блиндаж шәме һәм йөҙ маскировка селтәрен алғы һыҙыҡҡа оҙатҡандар.Салауат яугирҙәре менән ирекмән даими бәйләнеш тота.”Улар үҙҙәренең теләктәрен дә белдерә, мәҫәлән, шәм өсөн банкаларҙы бейек итмәҫкә ҡуштылар – быны иҫәпкә алдыҡ. Хәҙер аҡ төҫтәге селтәрҙәрҙе күберәк үреүҙе һоранылар. Көн һайын йыйылабыҙ, ишек һәр кемгә асыҡ, ярҙам итергә теләүселәр булһа, һөйөнәсәкбеҙ генә”,- ти Альбина Рябина. Фото: https://gazetavibor.ru