Бер ауылға барғанда буйҙаҡ ир менән әңгәмә ҡороп алдым. Урта йәштәрҙә, әлегә пенсияға сығып өлгөрмәгән. Өйө ҡуңалтаҡ, эс яҡта инде һыйыр мөгөҙөнә элер ҡаралты юҡ: керле яҫтыҡ, өлбөрәгән юрған ятҡан иҫке карауат та, бысраҡ һауыт-һаба өйөлгән ағас өҫтәл. Торлаҡ эсен тын алғыһыҙ тәмәке көйөгөнөң ҡырҡыу еҫе баҫҡан. Буйҙаҡ ир үҙе лә асарбаҡҡа тартым: ҡырылм-аған, йыйырсыҡтар сыбарлаған йөҙ, сыбыҡланған етек сәстәр, таушалып, йышылып бөткән өҫ-баш. Урта йәштәр тирәһендә, тиһәм дә танышым (йәше-рен-батырын түгел, күптәнге танышым) ҡайһылыр кимәлдә асарбаҡҡа тартым, хатта өҫтәп әйтер инем, ул ас булыу сәбәпле, йоҡларға ятмай ҡышын ур-ман ҡыҙырған "шатун" айыуҙы хәтерләтә. Билдәле, шатун айыу юлында ос-рағанды ҡыйрата, нимә етте шуны тамаҡлай. Ултырабыҙ икәүбеҙ ике яҡҡа ҡарап, әңгәмә берекмәй. Бына ул һиҫкәнеп йоҡонан айнығандай эйелгән ба-шын ҡалҡытты:- Килеп тороп баш сатнай! - Минән саҙаҡа там итеүелер.- Башың сатнаһа йыуынып-ҡырынып ал!- Нимәгә һәм кемгә кәрәк, мине кем күрә!- Бына мин һине