Бүздәк районының Кәпәй –Ҡобау ауылында урынлашҡан 1979 йылда төҙөлгән мәҙәниәт йорто бинаһына “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) буйынса капиталь ремонт эшләнде. -Ауылда яңыртылған мәҙәниәт йорто асылыуы – район тарихы өсөн сағыу ваҡиға. Кәпәй –Ҡобау ауыл советы халыҡына ял өсөн хәҙер барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Ауыл халҡы өсөн был ҙур бүләк. Үҙешмәкәр коллективтарҙа ҡатнашыусыларға ижади яҡтан үҫеү өсөн дә мөмкинлектәр булдырылды, - тине район хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев. Мәҙәниәт йорто 1979 йылда төҙөлгән. Белгестәр хәҙер учреждениены тулыһынса яңыртҡан. Ҡыйығы ремонтланған, фасады яңыртылған, тәҙрә-ишектәре алмаштырылған, яңы йылытыу системаһы ҡуйылған. Шулай уҡ йыһаздар ҙа яңы. Тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдары, оргтехника, костюмдар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алынған. “Мәҙәниәт” милли проектының маҡсаты – илдә мәҙәни ҡиммәттәрҙе булдырыуҙа ҡатнашыу мөмкинлеген күтәреү. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.