Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тау шыуғанда һаҡ булығыҙ!

Ошо көндәрҙә Өфөлә бәхетһеҙ осраҡ булған: ихаталарҙың береһендә 10 йәшлек малай яһалма тауҙан шыуғанда юлға төшөп киткән һәм машина тәгәрмәсе аҫтына эләккән. Йәрәхәт алған баланы дауаханаға оҙатҡандар. Әле тауға ҡом һибелгән. Ни өсөн ихатала хәүефһеҙ боҙ ҡаласығын ойоштормауҙы тикшереү бара. Әгәр өлкәндәр, хәүефле урынға иғтибар итеп, шунда уҡ саң ҡаға башлаһа, бәлки, фажиғә булмаҫ та ине. Балағыҙҙы тауға мендерер алдынан, уны үҙегеҙ тикшерегеҙ, шыуып төшөп ҡарағыҙ. Тайғаҡ битләү буйлап күтәрелергә, кемдер шыуған ваҡытта уның юлына сығырға ярамауын, шыуып төшөү менән ситкә сығырға кәреклеген аңлатығыҙ. Тауҙан нисек хәүефһеҙ шыуырға Трамплинһыҙ, юлдарҙан, бағаналарҙан һәм ағастарҙан алыҫтараҡ булған һөҙәк тауҙы һайлағыҙ. Иң тәүҙә үҙегеҙ шыуып ҡарағыҙ, шунан һуң ғына балаларығыҙға рөхсәт итегеҙ. Балаға тауҙан аяҡ өҫтө баҫып шыуыуҙы тыйығыҙ. Һеҙҙән алда шыуып төшкән кеше ситкә китмәйенсә, төшөргә ярамай. Аҫҡа төшөү менән тиҙерәк ситкә сығырға тырышығыҙ. Тауҙағы боҙ юлын аша үтергә ярамай. Бәләкәй балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Фото: showslide.ru