Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Иң шәп клуб ниндәй?

“Иң яҡшы хәрби-патриотик клуб” ҡала конкурсының һөҙөмтәләре билдәләнде, тип хәбәр итә ҡала хакимиәте. Был конкурс “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Граждандарҙы патриотик тәрбиәләү” федераль проекты сиктәрендә уҙғарылды. Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү ҡала үҙәге, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитетының берлектә ойошторған конкурсында 17 команда ҡатнашты. Йыл дауамында клубта тәрбиәләнеүселәр хәрби-спорт троеборьеһында, тактик атыуҙа, пейтболда ярышты, “Зарница” ла, хәрби-тарихи викторинала ҡатнашты, ГТО нормативтарын тапшырҙы, парашюттан һикерҙе. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе итеп Өфө авиация техникумының “Булат” Хәрби-патриотик клубы танылды. Икенсе урынға “Ал елкән” йәштәр клубы берекмәһенең “Булат” клубы лайыҡ булды. Өсөнсө урында 24-се мәктәптең “Булат” хәрби-патриотик клубы. Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Фото: “Республика Башкортостан” гәзите.