Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Оло йәштәгеләрҙе пансионатҡа

Кушнаренко районында оло йәштәгеләр һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн тағы бер шәхси пансионат булдырыласаҡ. Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында Кушнаренко районының Иҫке Ғүмәр ауылында 70 урынлыҡ дәүләт ҡарамағында булмаған пансионат булдырыу тураһында концессия килешеүенә ҡул ҡуйылды. Проектты тормошҡа ашырыу өҫтәмә рәүештә кәм тигәндә 29 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Концессия килешеүен төҙөү ваҡыты - 45 йыл. – Элек ябылған мәктәпте яңы социаль объект итеп реконструкциялағанда, оло йәштәге граждандар өсөн, янғынға ҡаршы хәүефһеҙлекте һәм яҡшы мөхитте тәьмин итеү өсөн бөтә кәрәкле нормативтар үтәләсәк – тип уртаҡлашты ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Һәм, иң мөһиме, бындай пансионаттар булдырыу тәжрибәһе күрһәтеүенсә, яңы социаль объект барлыҡҡа килеү менән ауыл үҙе йәнләнәсәк: үҙенең икмәкханаһы, физиотерапия бүлеге, функциональ диагностика һәм процедура кабинеты барлыҡҡа киләсәк, уларҙың хеҙмәттәренән урындағы ауыл халҡы ла файҙалана аласаҡ. Яңы пансионат ауылдаштарына, мәҙәни саралар үткәреү һәм күңел асыу өсөн яңы майҙансыҡ та буласаҡ, был тәрбиәләнеүселәр өсөн бик мөһим. Дөйөм алғанда, республикала әлеге ваҡытҡа оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн асылған 5 пансионат 132 урынға иҫәпләнгән, улар ярҙамында 60 эш урыны булдырылған, инвестицияларҙың дөйөм күләме 9,4 миллион һум тәшкил иткән. Бындай объекттар концессионер тарафынан дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә элек ябыҡ булған социаль хеҙмәтләндереү һәм белем биреү учреждениеларын ҡуртымға биреү, концессиялар төҙөү юлы менән булдырыла. Килешеү шарттары буйынса концессионерға эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт милкендәге күсемһеҙ милек объекттары һәм ер участкаһы бушлай файҙаланыуға тапшырыла. Әйткәндәй, проекттың инвесторы – “Софи” социаль хеҙмәтләндереү үҙәге. Пансионат асылғандан һуң социаль хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн йыл һайын 7,6 миллион һум күләмендә субсидия биреләсәк. Һүҙ өлөшләтә дәүләт тарафынан дотацияланған койка-урындар тураһында бара. 70 койка-урындың 42-һен Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тәьмин итәсәк, йәғни төбәк бюджетынан түләнәсәк. Ҡалған 28 койка-урын коммерция нигеҙендә тултырыласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан - Рәсәйҙә оло йәштәгеләр өсөн пансионаттар төҙөү буйынса дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмын ғәмәлгә ашырған тәүге төбәк. Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.