Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан Абдуллиндар ғаиләһе Яңы йыл байрамын үҙ йортонда ҡаршы аласаҡ. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов уларға тантаналы шарттарҙа «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә төҙөлгән йорт асҡысын тапшырҙы. Әлфиә Рәшит ҡыҙы ата-әсәләре менән балалар өсөн тәғәйенләнгән «Һаҡмар» шифаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Ире лә ошо учреждениела хеҙмәт итә. Ғаилә дүрт бала тәрбиәләй һәм күптән инде үҙ торлағы хаҡында хыяллана ине. Белгестәрҙе ауыл ерендә эшләүгә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһы артабан да Хәйбулла районында тормошҡа ашырылыр, тигән ышаныста ҡалайыҡ. Абдуллиндарға иһә яңы йортта тик бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ! Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.