2024 йылда “Урманды һаҡлау” федераль проекты нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының “Экология” милли проектына ярашлы, республикала урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге автопаркын тулыландырып, ете берәмек техника алыу планлаштырыла. Был федераль проект республикала биш йыл инде тормошҡа ашырыла. Уның төп маҡсаты – тергеҙелгән урман биләмәләрен арттырыу һәм урман янғындарынан финанс юғалтыуҙарын кәметеү. Был проект буйынса, урманды тергеҙеү һәм янғынға ҡаршы ҡулланыла торған техника һатып алыу саралары үткәрелә. -Быйыл 83,6 миллион һумлыҡ 49 берәмек янғын һүндереү һәм урман патруле техникаһы алдыҡ. 2024 йылда беҙ ете берәмек янғын һүндереү техникаһы алырға ниәтләйбеҙ. Йыл аҙағына махсус техника менән тәьмин ителеш 100 процент буласаҡ, - тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. “Экология” милли проекты В. В. Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла. Сығанаҡ һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/2266
39 миллион һумлыҡ яңы янғын һүндереү техникалары алына
30 декабря 202330 дек 2023
~1 мин