Найти тему
Башҡортостан гәзите

Аҡса тураһында белергә кәрәк

Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә финанс грамоталылығы мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыусылар араһында уҙғарылған “Аҡса тураһында – ябай ғына” республика конкурсының еңеүселәре билдәләнде. – Финанс грамоталылығын күтәреү һәм 2030 йылға тиклем финанс мәҙәниәтен формалаштырыу стратегияһы бурыстарының береһе булып халыҡ менән төрлө коммуникация каналдарын файҙаланыу тора. “Аҡса тураһында – ябай ғына” конкурсының маҡсаты – ошо йүнәлештәге белемде һәм һаҡланыу сараларын арттырыу, шулай уҡ мутлашыуҙы иҫкәртеү өсөн йәмәғәтселек иғтибарын финанс грамоталылығы мәсьәләләренә йәлеп итеү, – тип билдәләне Башҡортостандың финанс министры урынбаҫары Нелли Бердина. Быйыл конкурс икенсе тапҡыр үткәрелгән. Ҡатнашыу өсөн 47 ғариза бирелгән. Конкурстың бурысы – финанс грамотаһы мәсьәләләре буйынса киң йәмәғәтселеккә мәғлүмәт биреү сифатын күтәреү, иң яҡшы авторҙарҙы асыҡлау һәм дәртләндереү. Фотолар: Башҡортостан республикаһы Финанс министрлығының матбуғат хеҙәтенән.