Һөлөк һәр йәһәттән файҙалы Бөгөн традицион булмаған медицина, халыҡ дауалауы ысулдары киң танылыу алды. Баймаҡ ҡалаһынан Гөлназ Баймырҙина – профессиональ массаж яһау оҫтаһы, бер үк ваҡытта һөлөк ҡуйыу менән дә шөғөлләнә. Һеҙҙең иғтибарға ошо йүнәлештә махсус уҡыған һәм тиҫтә йылға яҡын тәжрибәгә эйә белгес менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. - Гөлназ, һөлөктө ниндәй осраҡтарҙа тәҡдим итәһегеҙ? Уның файҙаһы нимәлә? - Ата-бабаларыбыҙ һөлөктөң шифаһын борон-борондан белгән һәм ҡулланған. Минең Йомаш ауылында йәшәгән ҡарт өләсәйем һәр ваҡыт банкала һөлөк тота торғайны. Улар уны Һарыҡташ яғынан, Уртаҙым тигән йылғанан тотоп алып ҡайта торғайны. Ҡарт өләсәйем Байегетова Сәмиға кендек инәһе лә булды, өшкөрөп, имләп тә дауаланы, һөлөк тә ҡуйҙы. Хәҙер беҙ культуралы юл менән үрсетелгән һөлөктәрҙе ҡулланабыҙ, бындай биофабрикалар Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта бар. Улар мотлаҡ сифат сертификатына эйә булырға тейеш. Һөлөк бөгөн дә киң һорау менән файҙалана. Күптәр һөлөк насар ҡанды һура тип һанай. Был фекер ҙә дөрөҫ. Әммә унан да бигерәк ул үҙендәге файҙалы ферменттарҙы кеше организмына ебәрә. Ул ебәргән шыйыҡсала 300-ҙән ашыу файҙалы биологик матдә бар. Улар тромбтарҙы тарҡатыу һәләтенә эйә, тәбиғи антибиотик та булып һанала. Ғаиләбеҙ менән ковид йоҡторғас, бер антибиотик та, дарыуҙар ҙа алманыҡ, тик үләндәр һәм һөлөк менән дауаландыҡ. Әле лә күптәргә ковид эҙемтәләрен бөтөрөү йәһәтенән һөлөк ярҙам итә. Ҡан баҫымын көйләй, баш ауыртыуын, тын ҡыҫылыуҙы бөтөрә, иммунитетты нығыта. Үҙемдең практикамда ковид эҙемтәләренә бөтөрөүҙә тап һөлөк ярҙам иткән осраҡтар бик күп булды. Һуңғы ваҡытта киң таралыу алған депрессия, шомланыу, сәбәпһеҙ эске ҡурҡыу осраҡтарында ла ярҙам итә, сөнки һөлөк эндорфин – “шатлыҡ гормоны”н күпләп бүлеп сығара. Тәне ойоп, ҡулын күтәрә алмаған, берәй ере һыҙлаған кешеләргә лә тәҡдим итәбеҙ. Матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Һуңғы ваҡытта йәштәр араһында бит-йөҙ тиреһе боҙолоп ыҙалаусылар, акне (һытҡы) сығыуҙан йонсоусылар күп. Был осраҡта ла 2-3 сеанстан шул тиклем һәйбәт һөҙөмтә бирә. Тағы ла бер йүнәлеш – ҡатын-ҡыҙ сирҙәре, һәр төрлө миома, эндометрий осраҡтары, түлһеҙлек. Шөкөр, һөлөктөң шифаһын күреп, бәпес һөйгән пациенттар ҙа күп кенә. Беҙ һөлөктө “тиҙ ярҙам” тип тә атайбыҙ. Баш ауыртһа ла, теш һыҙлаһа ла, шунда уҡ баҫа ала. Башы ауыртыуға сыҙамай килгән кешеләр бик күп һуңғы ваҡытта. Күҙ, ҡолаҡ, тын юлдары сирҙәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел. - Иҫкәрмәләр, тыйыуҙар бармы? - Эйе, һөлөк ҡуйырға ярамаған осраҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, гемоглобин кимәле түбән, онкология сирҙәре булғанда, ныҡ шешенеү күҙәтелгәндә, гемофилия – ҡан насар ойошҡан осраҡта, ауырлы ҡатындарға (хәл-торошона ҡарап), эренле яралар булғанда, ҡан баҫымы түбән осраҡта (80-дән түбән) һөлөк ҡуйыу тыйыла. Шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, ҡан баҫымы, гемоглобин түбән булғанда, 15-20 минутҡа ҡуйыуҙың зыяны юҡ, сөнки был ваҡытта һөлөк ҡанды һурып өлгөрмәй, ә, киреһенсә, организмды файҙалы ферменттар менән байыта. Һәр кемдең хәленә, йәшенә, сир үҙенсәлегенә ҡарап, шәхсән курс билдәләнә. - Косметологияла ҡулланған һөлөктәрҙе лә ҡуяһың. Шул хаҡта ла һөйләп үтһәң ине. - Эйе, улар айырым төр, күпкә бәләкәй, тешләгән урыны беленмәй ҙә тиерлек. Әммә файҙаһы ҙур. Бит-йөҙҙөң төҫө үҙгәреп, пегменттар бөтөп ҡала, ваҡ һырҙарҙы яҙа, купирозды бөтөрә. - Һөлөк ҡуйҙырғандан һуң һаҡланыу мотлаҡмы? - Эйе, һаҡланырға кәрәк. 3 көн самаһы йылыраҡ кейенеп йөрөргә, мунса тәшмәҫкә кәңәш ителә. Спиртлы эсемлектәр тыйыла. Ҡулланыуҙа сикләүҙәр бар, белгес менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Фото: www.medicalleechco.com