Баймаҡ районының Ишбирҙе урта дөйөм белем биреү мәктәбендә белем алған, махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Дәүләтбирҙин Илсур Юлдаш улы хөрмәтенә "Герой партаһы" н асыу тантанаһы үтте. Ул 2023 йылдың 3 февралендә хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк була. Илсур Дәүләтбирҙин үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Илсур Дәүләтбирҙин 2000 йылдың 31 мартында ишле ғаиләлә тыуып үҫкән.Туғандары өсөн өҙөлөп торған ҡусты һәм ағай, ата-әсәһе өсөн ҙур терәк була. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң Сибай ҡалаһының күп профилле колледжына уҡырға инә, үҙенең яратҡан һөнәренә эйә була. 2021 йылдың 25 июнендә әрме сафына алына. Хәрби хеҙмәтттән һуң, артабанғы яҙмышын армия менән бәйләргә була. Махсус хәрби операция барышында Илсур бер нисә тапҡыр батырлыҡ күрһәтә, командованиеның һәм полкташтарының ихтирамын яулай. Һәр береһенең хәтерендә ул шат күңелле егет, ышаныслы иптәш һәм изге дуҫ булып ҡаласаҡ. Сарала Илсур Дәүләтбирҙиндың атаһы Юлдаш Сабирйән улы, я