Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һуғышҡа ҡатын-ҡыҙ ҡарашы

Ниәт итеп Интернет ғәләмәт киң мәғлүмәт үҙәге бит. Унда әлеге һуғыш тураһында ла хәбәрҙәр күп. Шунда юлланған үҙебеҙҙең ир-егеттәрҙең көнкүреше, кәйефе, йәшәү шарттары, рухи торошо тураһында ла һәр инештән һәр төрлө яҙмалар сыҡты. Минең үҙемә лә төрлөһөн ташланылар. Уларҙа автобус гөрһөлдәтеп йырлап китеп барған төркөмдәрҙән, хәрби сәләмдәрҙән башлап сәселеп ятҡан гуманитар ярҙамға, ағасҡа аҫып ҡуйылған иҫерек яугиргә һәм сысҡандары гөжләп торған блиндаждарға тиклем бар ине. Әлбиттә, һуғыш шифахана түгел, унда ҡот осҡос хәлдәр ҙә бар, нимә әйтерһең – үлем үҙе йөрөй. Быларҙы аңлайбыҙ ҙа кеүек, тик халыҡ араһында тулҡындар китә, яҡындары шундалар борсола, “һуғышҡа ҡаршы”лар тантана итә. Тик былар барыһы ла интернетта ғына, ҡайһы бер күренештәр ниндәй сәбәптән, ниндәй тарих менән, ни маҡсатлы икәнде лә белмәйһең. МХО зонаһына журналистарҙы командировкаға юллау мәсьәләһе хәл ителгәс, мин дә ниәт иттем. Был минең күңел талабым булды. Һәм, алғараҡ йүгереп әйткәндә, ҡайҙалығымды белгән таныштарҙан “унда хәлдәр нисек” тигәнгә ҡарағанда “унда һин нимә ҡарайһың ул” тигән смстар, комментарийҙар күберәк булды. Ә мин унда үҙемде эҙләп барҙым. Көндә эшкә йөрөгән кәүҙәм ят, башҡарғандарым мәғәнәһеҙ, бөтә тирә-яҡтағы барғандар мөһимлеген юғалтып киткән һымаҡ булғас. Ҡайҙалыр “беҙҙекеләр” тип иҫәпләгәндәр һуғыша ла, мин, шул “беҙҙекеләр”ҙең яҙыусыһы түгелме ни? Шунан, Алла бирһә, шул яугирҙәр әйләнеп ҡайтыр ҙа, нимә тип әйтә алырмын уларға? Китаптарымда шул булған ваҡиғаларҙан айырым йәшәйеш, айырым кешеләр, айырым тарихтар уйлап сығарырмынмы? Ниндәй геройҙар хаҡында һүҙ алып барымын? Ул ил кисергәнде кисермәгән, ил мәнфәғәтен ҡайғыртмаған, ил яҙмышына битараф булған геройҙарым кемгә кәрәк булыр икән? Бына шулар тураһында уйлап йөрәгем янып йөрөнө лә...юлға сыҡтым. Шайморатов эҙҙәренән Башҡортостан журналистар союзы рәйесе, иң оло гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Вәдүт Ғайфулла улы Исхаков һәм “Йәшлек” гәзитетенең баш мөхәррире Артур Хәсән улы Дәүләтбәковтар ине юлдаштарым. Мин, моғайын, фронтҡа әҫәр эҙләп китеп барған тәүге ҡатын-ҡыҙ яҙыусы һәм журналист булғанмындыр. Шулай итеп, күңелле генә гөрләшеп сығып киттек. Машина егеттәргә бүләккә таратыр китаптар, иҫтәлектәр, үрелгән япмалар, күстәнәстәр һәм башҡалар нәмәләр менән тулған. Вәдүт Ғайфуллович “тегендә” үҙеңде нисек тоторға икәнде өйрәтә, яраған-ярамағандар тураһында аңлата, ҡыҫҡаһы, инструктаж үткәрә. Уның был тәңгәлдә тәжрибәһе бар, сөнки икенсе тапҡыр юлланыуы. Артур Хәсәнович менән беҙ көсөргәнешле генә тыңлап, барыһын да йотоп барабыҙ. Өфөлә көндәр һыуытыуға боролоп, аяҙытып ҡалған ине, Һамар, Һарытау, Волгоград өлкәләрендә йылынғандан-йылына барып, тиҙҙән бөтөнләй ҡарһыҙ яҡтарға килеп сыҡтыҡ. Был яҡтарҙа ҡара көҙ ине әле. Сыҡһаң еле әсе килеп, үтә һуғып алып бара. Ульяновск өлкәһендә лә шундай уҡ шыҡһыҙ, ни арба, ни сана юлы төшмәгән мәл икән. Башҡаларға нисек булғандыр, мине ул яҡтарҙың тәбиғәте бер нисек тә арбай алманы. Ағастар тәпәш һәм кәгез-бөгөз ине ни эшләптер. Һауаға үрелеп үҫкән урмандар йәки аҡ ҡайындар һәм ғорур ҡарағайҙар күҙгә ташланманы. Күк тәпәш һымаҡ, ҡара-һоро болоттар аҫта ғына аҫылынып торғандай. Эңер етеүгә ҡояш ҡапыл ғына юғала ла, йәһәт ҡараңғы төшә лә ҡуя. Бәлки, сит ерҙәргә ерһенмәүҙең бер билгеһелер инде былар, шуға ла булған матурлығын да күрмәйемдер. Камышин ҡалаһында осраҡлы ғына туҡталышта бер-нисә сәғәт серем итеп алдыҡ та, икенсе көнгә Красный луч ҡалаһына етеп туҡтаныҡ. Бында беҙҙе беренсе пунктағы Башҡортостан егеттәре ҡаршы алып, урынлаштырып, бер аҙ ял алғас, Шайморатов эҙҙәре буйлап алып сығып киттеләр. Легендар генералдың яҙмышын һәм тормош юлын мин өйрәнгәйнем. Уның бала сағын да, йәшлек йылдарын, хәрби булып китеүен, һуғыш алдынан, һуғыш мәлендәге ваҡиғаларын төрлө инештәрҙән уҡып беләм. Ошо урында уны һәләкәткә алып килгән мәсьәләләрҙең нисек үҫешкәнен һәм ҡоролғанын да йәнем әсей-әсей тағы бер ҡабат баштан үткәрәм. Генералдың яуҙашы майор Ҡадиров уның үлемен былай тип тасуирлай: “Ул яҡынса утыҙ дошман һалдаты һәм офицеры ҡамауында ҡалды. Ҡулына ҡылысын алып, фашистар менән алышыусы генерал атынан ҡоланы. Уның аты беҙҙең яндан сабып үтеп китте...”. Ә мин тап шул тирәлә баҫып торам һәм аҫтағы ауылдарҙы күҙәтәм. Моғайын, Шайморатов та ошолай ҡарап торғандыр, шәһит китеп барыуын белгәндер һәм, моғайын, һуғышты түгел, ә тыуған яҡтарын уйлап торғандыр, тип йыуанған булам. Командирҙың үле кәүҙәһен яу яланынан алып сығыу мөмкин булмай. 1948 йылға тиклем генерал «хәбәрһеҙ юғалған» булып һанала. Уның кәүҙә өлөштәрен табыу өсөн махсус тикшеренеү үткәрергә кәрәк була. Шайморатовты Луганск янындағы хәрби часть биләмәһендә яңынан ерләйҙәр. Бик күп юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, иҫән ҡалған яугирҙәр дивизияның һәм уның полктарының хәрби байраҡтарын һаҡлап ҡала һәм, генерал вәғәҙә иткәнсә, уларҙы Берлинғаса алып барып еткерә. Урындағы халыҡ бында Башҡорт дивизияһы һуғышҡанын яҡшы белә, иҫләй. Шайморатовтың тап ҡайһы ерҙә һәләк булыуын да улар билдәләгән, бер йылғаның текә генә ярына таҡтаташ ҡуйылған. Шунда ла оҙаҡ ҡына торҙоҡ. Таштарҙы һыйпап-һыйпап ҡараныҡ. Гүйә, батырыбыҙҙың ҡул йылыһы һаҡланғандыр тип өмөт иттекме?.. Шундағы күк, шундағы ер, шундағы һыу иҫләйҙер бит инде... Христиан зыяратына барҙыҡ. Унда Башкавдивизиянан ун бер яугир ерләнгән ҡәберлек бар. Һуғыштан һуң был ҡәберлектең тарихын белгән бер ҡатын тәрбиәләп торған икән, ул вафат булғас улы ҡараған. Була бит изге кешеләр, батырҙар рухын хөрмәтләй белгәндәр. Бөгөн, ярай, был ҡәберлектәргә үҙебеҙҙекеләр ҙә йыш килә. Шул тирәләге ҡала һәм ауылдар тирәһендә беҙ оҙаҡ ҡына йөрөнөк. Дивизия ҡайҙа торған, ҡайҙан ҡайҙа хәрәкәт иткән, ҡайһы тирәләрҙә бәрелештәр булған ерҙәрҙе ҡыҙырҙыҡ, һөйләшмәнек тә тигәндәй, һәр беребеҙ үҙ кисерештәре эсендә булды. Унан туғандар ҡәберлегенә, генерал ерләнгән урынға килеп еткәс, килешкән шикелле йырлап ебәрҙек: Башҡорттар китте һуғышҡа, Оҙатып ҡалды сал Урал. Ат уйнатып алдан бара Шайморатов генерал... Авторы - Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.