Тәүге аждаһа Загоринская урамында урын алған. Уны Николай Максимов эшләгән. Ул ҡарҙан әүәләнгән, ҙур һәм матур килеп сыҡҡан. Ә өс башлы аждаһа Салауатовтар ғаиләһенең ихатаһын һаҡлай. Йорт хужабикәһе Миләүшә Тәүфиҡ ҡыҙының тәҡдимен яҡындары хуплап ҡабул итә. Тормош иптәше Наил, балалары ярҙам итә. Эш барышын улар интернеттан ҡарай һәм кәрәкле күләмдә ҡар әҙерләп ҡуйғас, һыуыҡтар төшөүен көтөп алалар. - 2024 йылдың символы булған аждаһаны эшләнек. Тормош иптәшем менән улым ир-егеттәр эшен үҙ өҫтөнә алды, ҡыҙым менән икәүләп буяныҡ. Яңы йыл беҙгә тик матур тәьҫораттар ғына алып килһен. Барлыҡ Башҡортостан халҡына бәхет, шатлыҡ теләйем, илдә тыныслыҡ урынлашһын, - ти Миләүшә Салауатова. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы “Дуванский вестник” гәзите.