Найти тему
Башҡортостан гәзите

Нефтекамала суд биналары ремонтланды

Бөгөн Нефтекама ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты етәкселеге Владимир Спеле менән берлектә капиталь ремонт үткәрелгәндән һуң мировой судьяларҙың 7-се суд участкаһын асыу тантанаһында ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың мировой суд участкалары эше өсөн тейешле шарттар булдырыу буйынса йөкләмәһен үтәү барышында 23 миллион һум күләмендә финанслау бүленде һәм Еңеү урамындағы бина ремонтланды. Мировой судьялар ҡарарҙар сығарыу, ә граждандар килеп тыуған бәхәстәрҙе уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттарҙа хәл итеү мөмкинлеген алды. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22612/