Найти тему
Башҡортостан гәзите

Лаборатория хромосома мутациялары менән шөғөлләнәсәк

Юғары уҡыу йорттары кампусының Өфө фән һәм технологиялар университетының геном һәм постгеном технологиялары лабораторияһы лаборатория ҡомаҡтарының DAT линияһы буйынса делецияһы детекцияһының йыйылмаһын алыуға өлгәште. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, ошо йыйылма дарыуҙарҙы клиникаға хәтлем тикшереүҙә файҙаланылған ҡомаҡтарҙың мутацияһын билдәләүҙе ябайлаштыра һәм тиҙләтә, үҙәк нервы системаһы сирҙәрен дауалау буйынсе белемде арттыра. “Юғары уҡыу йортонда генетик мутациялар буйынса тикшеренеү биологик тереклектең генетик йөгө тураһындағы белемде киңәйтергә ярҙам итә. Һуңғы сиктә был ҡурҡыныс сирҙәрҙе диагностикалау һәм дауалауҙы йоғонтолораҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуя”, – ти Өфө фән һәм технологиялар университетының популяция һәм медицина генетикаһы лабораторияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре Андрей Журавлев. Эпилепсия һәм шизофрения кеүек неврологик һәм психик сирҙәр тураһында күберәк белеү, улар буйынса дарыуҙарҙың йоғонтоһон өйрәнеү өсөн ҡомаҡтарҙы файҙаланалар. Был йәнлек физиологияһы буйынса кешегә оҡшаш һәм кешенең баш мейеһе сирҙәрен өйрәнеү маҡсатында һәйбәт модель булып тора. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.