22 декабрҙә Туймазы районына эш сәфәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төмәнәк ауылының социаль инфраструктура объекттары - яңыртылған фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм мәктәп эше менән танышты. Төбәк етәксеһе яңыртылған фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡараны. Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Гәрәев аңлатма биреүенсә, 1990 йылда төҙөлгән бинаға “Атайсал” республика проекты ҡатнашыусылары – урындағы эшҡыуарҙар, “РиаПласт” компанияһы етәкселәре, аталы-уллы Марат һәм Ринат Шәйҙуллиндар - ремонт яһаған. Яңыртылған ФАП беренсел ярҙам күрһәтеүҙең барлыҡ стандарттарына яуап бирә. Бинаның ҡыйығын алмаштырғандар, тышҡа яҡтан стенаһын көпләгәндәр, кабинеттар булдырғандар, сантехниканы яңыртҡандар, йылы иҙән түшәгәндәр, тышҡы биләмәһен уңайлы иткәндәр, кәрәкле ҡорамалдар, мебель менән йыһазландырғандар, стационар бәйләнеш һәм интернет үткәргәндәр. ФАП-ҡа Зөлфирә Ғибаҙуллина етәкселек итә. Ул ауылда туғыҙ йылдан ашыу эшләй, быйыл тағы бер белгес алғандар. Улар 1110 кешене хеҙмәтлән