Бәләбәй районының Өҫән-Ивановка ауылында йәшәгән Рәмил Закировтың крәҫтиән-фермер хужалығы быйыл ҡышҡа ентекле әҙерләнгән. Биналарҙы мөмкин булған тиклем йылытҡандар, бесән, һалам, фураж етерлек. Хатта былтырғы запастары ла ҡалған, тип яҙа “Белебеевские известия”. –Мал-тыуарың туҡ булһа, улар сатлама һыуыҡта ла бирешмәй. Беҙҙең тәбиғәт шарттарына яраҡлашҡан “бестужев”, ”симменталь” тоҡомдарына өҫтөнлөк бирәбеҙ, – ти Рәмил Әсҡәт улы. Мал биналарында 150 баш һыйыр малы аҫрала. Хужалыҡ ит етештереү менән шөғөлләнә. Продукцияларын Бәләбәйҙәге фирма магазиндарының береһенә тапшыралар. Малсы Ринат Шиһапов хужалыҡта оҙаҡ йылдар эшләй, ул – фермерҙың “уң ҡулы”. Кадрҙарға ҡытлыҡ бында ла һиҙелә, шуға күрә аҙыҡ таратыу һәм бинаны таҙартыу эштәрен механизациялағандар. Йәйен “электр көтөүсе” ярҙамға килә. 150 гектар майҙанды тәшкил иткән көтөүлек биләмәһе металл сым менән уратып алынған. Фермер “электр көтөүсе”нең эшенән бик ҡәнәғәт, ”ышаныслы ла, арзанға төшә”, ти ул. Елена Петрова фотолары.