22 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм «КамАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин Туймазы бетон ташыусы машиналар эшләү заводының етештереү майҙансыҡтарында булды. Республикала предприятие 1976 йылда төҙөлә башлай. Ошо йылда Яр Саллыла конвейерҙан оҙаҡ ваҡыт Башҡортостан биләмәһендә эшләгән «КамАЗ» маркалы беренсе автомобиль сыға. Ә Туймазыла етештереү 1980 йылда башлана. 2023 йылдың декабренә заводта 1,5 мең белгес эшләй. Предприятиеның автобетон бутағыстар баҙарындағы өлөшө - 52 процент, автобетоннасос баҙарында 23 процент тәшкил итә. Ул Рәсәйҙә берҙән-бер автобетоннасос техникаһы етештереүсе булып тора, ул донъяның 20-нән ашыу иленә оҙатыла. 2023 йылдың 11 айында бында сәнәғәт етештереү индексы 179,8 процент тәшкил иткән, ә тейәп оҙатылған продукцияның күләме 9,5 миллиард һумға еткән. Предприятиеның генераль директоры Фидан Арыҫланов һөйләүенсә, бетонбутағыс һәм насос техникаһы заводтың визит карточкаһы булып иҫәпләнә. Заводта яңы үҫеш йүнәл
Йылына 12 меңгә тиклем ярымтағылма эшләргә йыйыналар
22 декабря 202322 дек 2023
1
1 мин