Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡорт факультеты үҫеш юлында

Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика факультетында йәштәр өсөн милли үҙәк асылды. Маҡсаты – ҡыҙ һәм егеттәрҙең ижади потенциалын үҫтереү, интеллектуаль йәһәттән булышлыҡ итеү. Киләсәктә бында иһә төрлө сараларҙың ойошторолоуы күҙаллана. – Университетта тағы ла бер локация барлыҡҡа килде, – тине Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры, фән докторы Вадим Захаров. – Улай ғына ла түгел, студенттар тәрән белем алһын, аралашһын, фекер алышһын өсөн уңайлы урын булдырылды. Шәхес булараҡ үҫешеү өсөн уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Вадим Захаров әйтеүенсә, уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы, көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика факультеты һәр йәһәттән дә йылдам үҫешә. Ошо факультеттың төп йүнәлештәренең береһе, һүҙ ҙә юҡ, башҡорт телен үҫтереү. Йәнә бер тармаҡтың үҫешен билдәләргә мөмкин – бында көнсығыш телдәрен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина ҡунаҡтарға факультет буйынса экскурсия ойошторҙо, яңылыҡтары һәм уңыштары тураһында һөйләне. Фото: Илдар Аҡъюлов.