Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты. "Беҙ Артур Ғәлиев менән тәүге танышыу көндәренән үк дуҫлаштыҡ. Уның профессиональ һәм ижади яҡтан күҙ алдында «үҫкәнен» күрәм. Махсус –хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны булараҡ, ул патриотик тәрбиә биреү, республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаты булараҡ закондар сығарыу эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Кисә Артур һөйгән ҡыҙына тәҡдим яһаны. Уның өсөн был - шәхси тормошонда етди аҙым. Ҡотлайым, Артур Ғәлиев! Республика өсөн башҡарған эштәреңә рәхмәт. Бәхет һәм мөхәббәт һеҙгә!" - тип яҙған Максим Забелин. Фото: Видеонан скриншот.