Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров профиль ведомстволар етәкселәре, подряд ойошмаһы вәкилдәре, проектлаусылар менән вуз-ара кампус объектының тәүге сиратын ҡараны. - Биҙәкләү эштәре тамамланған тиергә лә була. Йөҙ процент әҙерлек булған ергә монтаж ҡорамалдары һәм мебель ташыла. Был эште йыл аҙағынаса тамамларға килештек. Мультимедиа ҡоролмаһын ваҡытында урынлаштырыу һәм эшкә ҡушыу мәсьәләһе лә көнүҙәктә. Проект документацияһының техник өлөшө буйынса Баш дәүләт экспертизаһының ыңғай баһаһы алынған, - тине Андрей Назаров. IQ-паркта биҙәкләү эштәре тамамлана, елләтеү һәм янғын һүндереү системалары монтажланған, иҙән-түшәм, стена эштәре аҙағына еткерелгән. Ҙур мультимедиа экраны тоташтырылған, унда белешмә мәғлүмәт өйрөлтөлә лә. Комиссия инновация эшмәкәрлеге зонаһын, кафены һәм Сбербанк филиалын ҡараны – уларға инеү айырым буласаҡ. Белешмә: кампус проекты – ул 4 мең кешегә йәшәү урыны, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эш зоналары, магазиндары, скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған 146 000 кв.метрлыҡ студенттар киңлеге. Вуз-ара студенттар кампусы РФ Президенты Владимир Путин күрһәтмәһе менән Рәсәй Мәғариф министрлығының “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Сығанаҡ һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/22591/