Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туймазы районының Төмәнәк ауылында ошо төбәктән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты. Республика етәксеһе быйыл июлдә Донбассҡа барғанда Генерал Шайморатов исемендәге ирекле батальон яугирҙәре менән дә осрашыуын телгә алды. “Биш миҙал менән наградланған бер яугир, мөмкинлек булғанда, уларҙың ауылына ла инеп, ғаиләһен күреп китеүҙе һорағайны. Һеҙҙең менән аралашырға бик теләп килдем, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең егеттәр яҡшы хеҙмәт итә. Ирекле батальондар һәм мобилизацияланғандар хеҙмәт иткән подразделениелар командирҙары үҙ эшен һәйбәт белә, хәрби составты ҡайғырта. Яҡташтарға республиканан ебәрелгән ярҙам да ҡәҙерле. Иң мөһиме – барыһы ла өйгә иҫән-һау ҡайтһын”. Радий Хәбиров яугирҙәрҙең ата-әсәләренең сәләмәтлеге һәм көнкүреш шарттары менән ҡыҙыҡһынды, ғаиләләрҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.