Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә Зинин юл үткәргесе буйлап хәрәкәт асылды. Яңы транспорт айырсаһын асыуҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Алан Марзаев, Өфө хакимиәтенең Юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау буйынса идаралығы начальнигы Константин Паппе ҡатнашты. Проектты тормошҡа ашырыуға 1,3 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың декабрендә объект һынауҙары уңышлы үтте. Дөйөм ауырлығы 140 тонна тәшкил иткән дүрт йөк машинаһы юл үткәргес буйлап һынау үтте. 22 декабрҙә юл ҡоролмаһы техник яҡтан сафҡа индерелде. Барлыҡ эштәр комплексын Яңы йылға тиклем тамамлау планлаштырылғайны. 1850 метр оҙонлоҡтағы юл үткәргесе менән дүрт һыҙатлы яңы юл Нуғай шоссеһында автомобиль хәрәкәтен һиҙелерлек кәметә, автомобилистарға был йүнәлештән ҡалаға, тимер юлын киҫмәйенсә, сығырға мөмкинлек бирәсәк, тимәк, участкала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырасаҡ. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22613/