Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡаласыҡты бергәләп матурларбыҙ

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә пост ҡалдырҙы. “Шишмә районының Алкин ҡасабаһында Башҡортостан Республикаһы Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты ағзалары, хәрби часть хәрби хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы халыҡ менән осрашыу үткәрҙек. Унда Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына төбәк ярҙам сараларын киңәйтеү тикшерелде. Әүҙемселәр менән республика программалары аша ҡаласыҡты төҙөкләндереү, биләмәне артабан үҫтереү, урындағы мәктәпте яңыртыу һәм Мәҙәниәт йортон төҙөү хаҡында уйлайбыҙ. Киләһе йылда Евразия ғилми-белем биреү үҙәге программаһын тормошҡа ашырыу барышында урындағы уҡыусылар өсөн белем биреү сараларын уҙғарырға ниәтләйбеҙ. Алкин ауылында башҡараһы эштәр байтаҡ әле. Барлыҡ мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы ул. Фото: "Бәйләнештә".