Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һалдат әсәһе ярҙамһыҙ ҡалмаған

Баҡалы районында йәшәгән ҡатын коммерцияға ҡарамаған автономлы “Миһырбанлыҡ” ойошмаһында социаль хеҙмәттәрҙән файҙалана. Элек ул ауылда шәхси йортта йәшәгән, донъя мәшәҡәттәрен хәл итеүҙә улы ярҙам иткән. Улын махсус хәрби операция зонаһына оҙатҡас, әсәгә тормош көтөүе ауырлаша һәмул район үҙәгенә күсергә ҡарар итә. Әлбиттә,был эште бер үҙе генә атҡара алмаҫ ине. Социаль хеҙмәткәрҙәр ҡатынға бөтә уңайлыҡтары булған фатир табырға ярҙам итә, ҡуртымға алыу мөнәсәбәттәрен рәсмиләштерә һәм, ең һыҙғанып, һалдат әсәһенә бүлмәне ремонтларға булыша. Баҡалы халыҡ бына шулай ярҙамсыл да, егәрле лә ул! Фото: https://vk.com/bakaly_adm