Иглин районында Сим йылғаһы аша күпер төҙөкләндерелде.Был саралар “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар”милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) башҡарылды, тип хәбәр итә төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министрлығы. Был ҡоролманың оҙонлоғо 217 метр тәшкил итә. Быйыл ремонтланған күперҙәр араһында ҙурлығы буйынса ул икенсе. Белгестәр тимер –бетон конструкцияларҙы нығытҡан, юл япмаһын яңыртҡан. Был күпер Оло Теләк тимер юлы станцияһы М5 “Урал” федераль трассаһы менән тоташҡан юлда урынлашҡан. Был юл менән яҡын тирәләге Оло Теләк, Май, Рәсмәкәй ауылдарынан, Хлавинка утарынан 3,5 мең кеше файҙалана. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты илебеҙҙең юлдарын хәүефһеҙ һәм сифатлы итеүгә маҡсатланған. Шул уҡ юл транспорт ваҡиғаларынада үлем осраҡтарын кәметеүҙе лә бурыс титеп ҡуйған. Әйтергә кәрәк, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарыры менән тормошҡа ашырыла. Фото: “Башинформ”.