Яңауыл районының Туртыҡ ауылы халҡы ғүмер буйы бер ғаиләләй дуҫ-татыу йәшәй. Махсус хәрби операция башланғас, сит төбәктәрҙә йәшәгән яҡташтар ҙа яугирҙәргә ярҙам итеүҙә берҙәмлек күрһәтте. “Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яугирҙәрҙең һорауы буйынса генератор һәм бензопила өсөн аҡса йыйылды”, – ти хәбәр итә “Яңауыл таңдары”. Ауылдаштар яугирҙәр өсөн тәмле ризыҡтар ебәреп, уларҙы һөйөндөрмәксе итә. Улар Зилә һәм Әлфрит Хәбибуллиндар йортона йыйылып, күмәкләп туҡмас ҡырҡып, киптереп һалдаттарға оҙатыу өсөн әҙерләне. “ Егеттәребеҙгә ризыҡ менән бергә йөрәк йылыһын да ҡушып ебәрәбеҙ”, ти ҡатын-ҡыҙҙар. Рөстәм Сангов фотолары.