Сәләмәт йәшәү, дөрөҫ туҡланыу һәм комплекслы гимнастикалар буйынса үҙ марафондарын үткәргән блогер Гөлфиә Мөхәмәтдинова үҙе һөйәкле иттән эшләгән бик шәп коллаген тәҡдим итә. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә уны эшләп ҡарайыҡ һәм ҡулланайыҡ. "Коллаген. Хәҙерге ваҡытта коллагендың ниндәй генә төрө юҡ! Желе кеүеген дә, порошоклыһын да алырға була. Ә мин һеҙгә үҙегеҙ һөйәкле иттән эшләгән коллаген тәҡдим итер инем! Ни өсөн? Сөнки уны организм 100% үҙләштерә!Шулай уҡ унда:1. Глицин аргинин, пралин, гутамин кеүек аминокислоталарҙан торған аҡһым бар. Был аҡһым коллаген була. Шул коллаген беҙҙең организмға кәрәк!⠀2. Кальций, фосфор, магний минералдары һөйәкте нығытырға ярҙам итә.3. Хондроитин сульфат, глюкозамин һәм МСМ быуындар өсөн файҙалы (кемдең быуыны һыҙлай, мотлаҡ эшләп эсергә кәрәк).⠀4. Коллаген пептидтары һәм желатин, эсәктәрҙең һаулығын, дөрөҫ эшләүен тәьмин итә.⠀5. Сәстәрҙең,тырнаҡтарҙың һаулығын, матурлығын һаҡлаусы аминокислоталар бар. Үҙең эшләгән тәбиғи коллаген! Нисек эшләргә? 1. Һөйәкле ит ал