Махсус хәрби операция биләмәһендә сираттағы командировкала булып ҡайтҡан журналистар үҙҙәренең социаль селтәрҙәрендә геройҙары менән таныштырыуҙы дауам итә. Был юлы Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов “Баграм” тураһында яҙҙы. “Айрат Әсҡәт улы Ғәббәсов гражданкала яуаплы вазифаларҙа эшләй. Ауырғазы районы Советы депутаты ла, һунарсы ла, умартасы ла. Алсаҡ, һүҙгә маһир, иғтибарлы һәм изгелекле кеше. Миләүшә Ҡаһарманова менән икебеҙҙе блиндажында бер нисә көн "ҡунаҡ" итте. Миләүшәне үлән төнәтмәһе менән дә дауаланы, бурһыҡ майы бөтөүенә генә үкенде. Взод командирының һалдаттарына, тирә-яҡтағыларына иғтибары, атайҙарса ҡарашы беҙҙе лә һоҡландырҙы. Уның эргәһендә ауылдаштарының, ҡустыларының, коллегаларының да булыуы осраҡлы түгел, сөнки һуғышта кемдең кем икәне бик тиҙ беленә. Ошо хаҡта "Башҡортостан" гәзитендә лә мәҡәлә донъя күрәсәк. Ә әлегә ҡоҙама - "Баграм"ға, беҙҙе һыйындырған блиндаж егеттәренә ҙур рәхмәт әйтәм. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, имен - имен булығыҙ!” – тип яҙҙы ул. Фото: "Бәйләнештә".
Таныш булығыҙ, утты-һыуҙы, Афғанды үткән “Баграм”
21 декабря 202321 дек 2023
~1 мин