Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров профиль ведомство етәкселәре, подрядсы ойошма вәкилдәре, проектлаусылар менән объекттың тәүге сиратын ҡараны. -Эске биҙәкләү эштәре тулыһынса тиерлек тамамланған. 100 процент әҙерлек булған урында ҡорамалдарҙы ҡороу, йыһаздарҙы индереү эштәре башланған. Был эштәрҙе йыл аҙағына тиклем тамамлау ниәтләнә. Шулай уҡ заманса мультимедиалы ҡорамалдарҙы көйләү ҙә төп саралар рәтендә. Проект документацияһының техник өлөшө буйынса төп дәүләт экспертизаһының ыңғай һөҙөмтәһе алынды, - тине Андрей Назаров. IQ-паркта эске биҙәкләү эштәре аҙағына яҡынлай, шулай уҡ вентиляция, янғын һүндереү, стена һәм түшәм панелдәрен ҡороу ҙа тамамланыуға бара. Премьер-министр лабораторияларға инеү урынының дизайнлау буйынса ла үҙенең күрһәтмәләрен бирҙе. Унда бөтә донъяға билдәле ғалимдарҙың цитаталары урын аласаҡ. Әйтергә кәрәк, кампус проект буйынса 146 мең квадрат метр майҙанды биләйәсәк, йәшәү урындары 4 мең кешегә иҫәпләнгән. Уның үҙенең уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, хатта скверҙары бар. Кампусты төҙөү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса алып барыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.