Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һуған файҙалыраҡмы, һарымһаҡмы?

Ата-бабаларыбыҙ ниңә электән һуған һәм һарымһаҡ ашаған. Был юҡҡа ғына түгел, сөнки тап ошо йәшелсәләр вирустарҙы һәләк итеүсе матдәләргә – фитонцидтарға – бай. Тик бына һуған менән һарымһаҡтың файҙаһы тураһында тағы түбәндәгеләр билдәле булды. Шеньяндағы Ҡытай медицина университетының Беренсе дауаханаһы ғалимдарының тикшеренеүҙәре шуны раҫлаған: әгәр ошо йәшелсәләрҙе көндәлек рационға индерһәң, һөт биҙе, простата, эсәктәр яман шеше менән сирләү ҡурҡынысын кәметә. Әйткәндәй, һуған менән һарымһаҡты бешерелмәгән килеш ашау күпкә файҙалыраҡ икәнлеге хаҡында онотмайыҡ. Уларҙағы матдәләр сәләмәт клеткаларҙың ауырыуға әйләнеүен блокировкалай. Шулай итеп, кәрәкле һөҙөмтә булһын өсөн көн һайын һуғандың дүрттән бер өлөшөн һәм һарымһаҡтың бер өлөшөн ашарға кәрәк. Әммә ошо ике йәшелсә араһынан һарымһаҡ үҙендә әүҙем матдәләрҙең булыуы менән отошлораҡ. Ул, һуған менән сағыштырғанда, холестерин кимәлен кәметә. Әммә шуныһы: һуғандың ашҡаҙанға насар йоғонто яһауы бар. Шуға белгестәр панкреатит йәки ашҡаҙан-эсәк юлдары сирҙәре менән яфаланғандарға, ғөмүмән, башҡаларға һуған йәки һарымһаҡ ашау алдынан да кәңәш алыу зыян булмаҫ.