Найти тему
Башҡортостан гәзите

Президент һайлауҙарына әҙерлек нисек бара?

20 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының Йәмәғәт мәғариф үҙәгендә һайлау кампанияһы барышын күҙәтеү һәм һайлауҙарҙа тауыш биреү буйынса Йәмәғәт штабы ултырышы үтте. Башҡортостанда һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы етәксеһе, БР Йәмәғәт палатаһы Рәйесе урынбаҫары Лида Исәргәкова һөйләүенсә, 12 декабрҙә ”Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы һайлау системаһының Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға әҙерлеге тураһында доклад менән сығыш яһаған һәм ултырыштың төп темаларының береһе докладты төбәк көн тәртибе контексында анализлау булған. – Докладта хоҡуҡи база, йәмәғәт контроле һәм мониторингы системаһы, һайлау комиссияларының ойоштороу әҙерлеге, тауыш биреү формалары һәм башҡалар ентекле анализланған. Хәҙер беҙҙең бурыс – уны нығытыу һәм үҫтереү, яңы ҡоралдар менән тулыландырыу, – тине Лида Исәргәкова. Йәмәғәт штабы етәксеһе урынбаҫары, БР Йәмәғәт палатаһы Рәйесе Данияр Абдрахманов фекеренсә, тәҡдим ителгән докладҡа ярашлы эш итергә кәрәк, бигерәк тә төбәк һайлау системаһын әҙерләүҙә йәштәрҙең ҡатнашыуы мөһим, тип билдәләне. Докладты анализлап, Йәмәғәт штабы эксперты Александр Кобыскан электораль технологияларҙың үҫешен билдәләне. Һайлау инфраструктураһын үҫтереү өсөн тәҡдимдәр иҫәбенә Йәмәғәт штабы ағзалары шулай уҡ һайлау участкаһын биҙәү өлгөләрен әҙерләүҙе һәм йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы республика вуздары етәкселеге вәкилдәре һәм профилле ведомстволар менән айырым ултырыш үткәреүҙе, форматтарҙы тикшереү һәм йәштәр менән берлектәге эш механизмын әҙерләүҙе индерҙе. Докладтың тулыраҡ тексы менән ошо һылтанма аша танышырға мөмкин. Фото: