21 декабрҙә иртәнге сәғәт 5-тә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәм ирекле янғын һүндереү командаһының янғын һүндереүселәре ваҡиға урынына килгәндә, йортто ут ялмап алған була. Ҡотҡарыусылар янғынды 27 минут эсендә ауыҙлыҡлауға өлгәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндергән саҡта ир кәүҙәһе табылған. 20 декабрҙә иһә көндөҙ Салауат ҡалаһында Ленинград урамындағы күп фатирлы йортта "көмөшкә" аппараты шартлаған. Һөҙөмтәлә фатирҙың зал тәҙрәләре ватылған, балкон рамы онталған, аш бүлмәһе зыян күргән. 19 декабрҙә Дәүләкән ҡалаһында ДОС урамындағы өс фатирлы торлаҡ йортта янғын була. Ҡотҡарыусылар утты һүндергән саҡта 1997 йылғы ирҙең кәүҙәһен таба. Күрше фатирҙа ун кешенән торған күп балалы ғаилә йәшәгән: өс өлкән кеше һәм ете бәлиғ булмаған бала. Ғаилә ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында барыуҙан баш тартҡан. Янғындан зыян күрмәгән фатирҙарҙа коммуналь хеҙмәттәрҙең бөтә төрҙәре лә тоташтырылған. “Хөрмәтле граждандар, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Йортта янғын тураһында хәбәр иткә