МХО-ла һәләк булған егетебеҙ АртурғаҮҙең киттең, үҙең менәнАлып киттең дошманды.Үтәп киттең башҡорт рухы,Һәм йөрәгең ҡушҡанды.Миңлеғәле, Шәкирйәндәр...Һин батырҙар дауамы.Уйлап-уйлап йөрәк тота,Әллә етмәй һауамы?Түҙемлек ата-әсәңә,Ғаиләңә сабырлыҡ.Лайыҡ "Рәсәй Геройы"наҺин яһаған батырлыҡ!...Ҡыштар килде. Һалҡын елдәр,Буран йөрөй Асҡарҙа.Йөрөй әле өйҙәр буйлап,Һине алған "ас ҡарға".Шулай, Артур, ауыл һайынБерәү, икәү, нисәүҙер.Йөк "Ике йөҙ" килә һаман,Халыҡ ярһый: Етәрҙер!..Аһ! Был һуғыш! Туҡтаһынсы,Аллаһ ҡөҙрәте менән.Ҡайтһынсы беҙҙең егеттәр,Ҙур еңеү дәрте менән!Һин үҙеңде генә түгел,Түгел дошманды ғына.Вайымһыҙлыҡты шартлаттың!Түҙемлектәр ҙә һына.Тейешле һүҙ табалманым,Баҫылмаҫ яралар ҙа.Һин китмәнең! МәңгелеккәҺин ҡалдың араларҙа!Фәнис Сирбаев
Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры Артур Ғиләжевҡа бағышлана
21 декабря 202321 дек 2023
~1 мин