Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Муравей” позывнойын юҡҡа алмаған...

Махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән киткән яугирҙәр араһында Ҡырмыҫҡалы егеттәре лә байтаҡ. Уларҙың барыһы ла, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, батырҙарса һуғыша. Үтәгән ауылынан “Муравей” позывнойлы яугир менән “Кармаскалинская новь” гәзите осрашҡан. – Махсус хәрби операция башланғас, мин дә республикала ойошторолған тәүге батальон менән китергә теләнем. Тик эштән тиҙ китеү мөмкин булманы, бары өсөнсө Салауат Юлаев исемендәге батальонға эләктем. Туғандарыма ла шунда уҡ әйтмәнем. Улар ҡаршы төшөп ҡараны, әммә ҡаты торғас, улар ҙа күнде. Ватанды һаҡлау – һәр ир-егеттең изге бурысы, тип иҫәпләйем,– ти яугир. Ҡырмыҫҡалы районында тыуып үҫкән егет оҙаҡ уйлап тормай, үҙенә “Муравей” позывнойын ала. Ул махсус хәрби операция зонаһында разведчик булып хеҙмәт итә. Артабан ғүмерен хәрби хеҙмәт менән бәйләргә уйлай. –Яугирҙәрҙең кәйефе күтәренке. Тыуған яҡтан даими рәүештә гуманитар ярҙам килеп тора. Балаларҙың хаттарын ҡыҙыҡһынып уҡыйбыҙ, башҡортса яҙылғандары ла бар. Мин уларҙы күкрәк кеҫәһендә һаҡлап йөрөтәм, ваҡыт булғанда ҡат-ҡат уҡыйым, – ти разведчик. “Муравей” мәктәпте тамамлағас, иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала, армия хеҙмәтен үтә. Аҙаҡ Себерҙә эшләй. Ул – ғаиләләге дүрт улдың иң өлкәне. Бала саҡтан спорт менән шөғөлләнә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында яугир һөйгәненә өйләнә. Батырлығы өсөн “Муравей” хәрби махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн миҙалдар, шулай уҡ “Разведкалағы хеҙмәт өсөн” миҙалы менән наградланған. Ҡырмыҫҡалы егете “Муравей”ға һаулыҡ теләйбеҙ, имен-аман еңеү менән ҡайтырға яҙһын! Фото: https://vk.com/karm_nov