Найти тему
Башҡортостан гәзите

Медицина пункты тәүге пациенттарын ҡабул итте

Федоровка районының Златоустовка ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Бина бөтә стандарттарға ярашлы төҙөлгән, планлы, кисектергеһеҙ, ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн шарттар булдырылған, коммуникациялар үткәрелгән, һалҡын һәм ҡайнар һыу, электр уты бар. Заманса бинала халыҡты ҡабул итеү, процедура, прививка кабинеттары эшләй, аҙ хәрәкәтләнеүсән ауырыуҙар өсөн асыҡ мөхит булдырылған Мобиль пунктта 35 йыл хеҙмәт стажы булған фельдшер Раиса Нестерова пациенттарҙы ҡабул итә. Ул тәжрибәле белгес, халыҡ уны юҡҡа ғына хөрмәт итмәй, ауылдаштарҙың абруйын яулаған медицина хеҙмәткәре ул. – Заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктында тәүге медицина–санитар ярҙамды Златоустовка һәм Ишмөхәмәт ауылдары халҡы аласаҡ. Барлығы – 220 кеше. Бөтәһе лә медицина пунктының асылыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алды, - ти фельдшер. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.