Башҡортостандың Бүздәк районында Эшҡыуарҙар союзы барлыҡҡа килде. Был хаҡта “Бүздәк районы. Үҫеш нөктәләре” стратегик сессияһы барышында билдәле булды. Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Бүздәк ауылында үтте. – Яңы Эшҡыуарҙар союзының эшмәкәрлеге районда бизнесты үҫтереүгә һәм эшлекле мөхитте яҡшыртыуға булышлыҡ итер, тип ышанам. Бөгөнгө көндә бындай эшҡыуарҙар йәмәғәт ойошмалары республиканың 57 муниципалитетында эшләй, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. 2023 йылдың 10 декабренә ҡарата Бүздәк районында 578 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты һәм 1032 үҙмәшғүл теркәлгән. Бизнес сауҙа, ауыл һәм урман хужалығы, шулай уҡ транспортировка һәм һаҡлау өлкәләрендә әүҙем үҫешә. Уҙған стратсессия сиктәрендә Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Ағымдағы йылдың 11 айында муниципалитет 47 “Эшҡыуарлыҡ сә