Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Барып күрергә кәрәк!

Стәрлетамаҡ ҡалаһы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектында беренсе йыл ғына ҡатнашмай. Ағымдағы йылда әлеге программа сиктәрендә Комаров урамындағы Ҡайын сауҡалығын һәм Стәрле йылғаһының ярын төҙөкләндереү тамамланған. Быйыл йәй Ҡайын сауҡалығы биләмәһе төҙөкләндерелә башланы. Хәҙер бында яҡты, хәүефһеҙ һәм уңайлы. Яңы эскәмйәләр, балалар һәм спорт майҙансыҡтары урынлашҡан. Баш ҡала хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, сауҡалыҡта йөрөргә теләүселәрҙең иҫәбе һиҙелерлек артҡан. Икенсе объектты – Стәрле йылғаһы буйын төҙөкләндереү 2019 йылда башланды. Проект бер нисә этапҡа бүленгән. Тәүгеләрҙән булып Хоҙайбирҙин урамынан алып Щербаков урамына тиклемге биләмә яңыртылды. Яр буйындағы аллеяла “Самауыр”, “Һыу эсеү”, “Глобуста беренсе класс уҡыусыһы” арт-объекттары, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килде. 2020 йылда Щербаков урамындағы 6-сы йортта стрит-арт стилендә ҙур һүрәт барлыҡҡа килде. 2023 йылда Хоҙайбирҙин урамынан алып 23 май урамына тиклемге яр буйында эштәр тулыһынса тамамланған. Бында йәйәүлеләр өсөн юлдар, эскәмйәләр, майҙансыҡтар һәм пирстар барлыҡҡа килгән. Иң йәш стәрлетамаҡтар өсөн – уйын майҙансыҡтары, спортсылар өсөн – скейтмайҙансыҡ һәм спорт снарядтары. Яңыртылған яр буйында ваҡытты әүҙем үткәрергә йәки тәбиғәт менән тынлыҡта ләззәтләнергә мөмкин. Бынан тыш, йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеге өсөн Хоҙайбирҙин һәм 23 Май урамдарындағы күперҙәр аҫтында ике үткәүел йыһазландырылған. Хәҙер яр буйының бер өлөшөнән икенсеһенә йәки быйыл ремонтланған “Азат итеү” һәйкәленә ҡаршылыҡһыҙ сығырға мөмкин. Кисен Стәрле яры байрам иллюминацияһы менән балҡый. Яңы йыл алдынан ул бигерәк тә тылсымлыға әүерелә. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.