Тиҙҙән Яңы йыл байрамдары етә. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн байрам табынына бер нисә ҡабымлыҡ рецебын тәҡдим итәбеҙ. Уны беҙгә әҙерләү өсөн аш-һыу блогеры Илүзә Хөснетдинова ярҙам итә. Ветчиналы ҡабымлыҡ өсөн ветчина, пекин кәбеҫтәһе, эслеккә йомортҡа, сыр, һарымһаҡ һәм майонез кәрәк. Эслеккә бешкән йомортҡа, сыр һәм һарымһаҡты ҡырғыс аша үткәрергә, майонез менән болғатырға кәрәк. Ветчинаны телемләп ҡырҡырға, өҫтөнә пекин кәбеҫтәһе киҫәге ҡуйырға, эслекте һалырға һәм, икегә бөкләп, шпажка менән беркетеп ҡуйырға. Брускетта өсөн багет, эремсекле сыр, тоҙло ҡыҙыл балыҡ, ҡыяр, бөртөклө горчица (дәрсен), йәшел петрушка йәки башҡа үләндәр кәрәк. Багетты телемләп турарға, өҫтөнә эремсекле сыр һыларға, ҡыҙыл балыҡ киҫәге һалырға, бөртөклө горчицаны янына һалабыҙ. Ҡыярҙы йәшелсә таҙартҡыс менән йоҡа итеп кенә ҡырҡабыҙ һәм рулет итеп төрөргә лә багет өҫтөнә ҡуйырға. Артабан петрушка менән биҙәп ебәрһәк, бик тәмле ҡабымлыҡ килеп сыға. Киләһе ҡабымлыҡ өсөн тарталетка, эремсекле сыр, пекин кәбеҫтәһе, тоҙло ҡыҙыл балыҡ кәрәк. Тарталеткаға кәбеҫтә киҫәген ҡуябыҙ, бер сәй ҡалағы сыр һалабыҙ, 3-4 киҫәк шаҡмаҡлап туралған ҡыҙыл балыҡ һалабыҙ. Бик еңел һәм бик тәмле килеп сыға. Һәр хужабикә үҙенең фантазияһы менән дә тарталеткаларға төрлө ҡабымлыҡтар эшләй ала. Яңы йыл табыны – мул, күңелегеҙ көр булһын! Фото: "Интертат"