20 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө хакимиәте һәм әүҙемселәре, шулай уҡ ҡала предприятиелары етәкселәре менән киңәйтелгән кәңәшмә үткәрҙе. Көн тәртибендә – муниципалитеттың 2023 йылдағы эш йомғаҡтары һәм республика баш ҡалаһының 450 йыллығына әҙерлек. Кәңәшмә алдынан Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығына сығарырға ниәтләгән сувенир тауарын, брендлы кейем-һалымды һәм башҡа әйберҙәрҙе күрһәткән күргәҙмәне ҡараны. Республика Башлығы тәҡдим ителгән изделиеларҙың төрлөлөгөн һәм үҙенсәлеген билдәләне. Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә ҡаланың туристик кодын булдырыу хаҡында һөйләне. Был башланғысты тормошҡа ашырыуға Өфө 213,1 миллион һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 208,8 миллион һум алған. Атап әйткәндә, Өфөлә яңы арт-объекттар һәм фотозоналар, күҙәтеү биноклдәре һәм стереоскоптар, йәрминкәләр өсөн мобиль павильондар, саралар үткәреү өсөн сәхнәләр һәм аркалар, модулле мәғлүмәт үҙәктәре ҡуйылды. Бынан тыш, төбәктең баш ҡалаһында туристик навигация билдәләре, тулыландырылған ысынбарлыҡ элементтары менән мәғлүмәт стендтары һәм республика брендтарына арналған башҡа арт-объекттар ҡуйыу дауам итә. Экспозицияны ҡараған саҡта “Витцеман” компанияһының генераль директоры урынбаҫары Илдар Хузин импортты алмаштырыу буйынса инвестиция проектын тәҡдим итте. Һүҙ энергетика, нефть-газ һәм металлургия тармаҡтары өсөн сәнәғәт үткәргес торбалары төҙөү өлкәһендә производство булдырыу тураһында бара. Ул “Өфө” индустриаль паркы эргәһендә урынлашасаҡ. “Прогресс” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы вәкилдәре әйтеүенсә, предприятиела 15 саҡрымға тиклем оса торған пилотһыҙ осоу аппараттарын сығарыуҙы ойошторорға ниәтләйҙәр. Компания айына 1 меңгә тиклем пилотһыҙ аппарат сығарырға ниәтләй. Махсус хәрби операция үткәрелгән осорҙа бындай продукцияға ихтыяж ҙур, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – 2024 йылдың ғинуарында беҙ пилотһыҙ аппараттар сығарыу менән шөғөлләнгән йәки эшләргә ниәтләгән предприятие етәкселәре ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрәсәкбеҙ. Ошо йүнәлешкә дәүләт ярҙамы сараларын тикшерәсәкбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе шулай уҡ Ратмир Мәүлиевтең ҡала яңы производстволар өсөн биналар бирә алырлыҡ индустриаль парктар принцибы буйынса муниципаль сәнәғәт майҙансығы булдырыу тәҡдимен хупланы. *** Кәңәшмә башында Башҡортостан Башлығы Өфө хакимиәтенә ҡаланың 2023 йылда ышаныслы үҫеш динамикаһын күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. – Был йыл бик ҡатмарлы булды. Беҙ бергә хәл иткән яңы саҡырыуҙар, мәсьәләләр күп булды. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәттек. Өфөнөң идара итеү командаһы республика менән бергә был осорҙо бик лайыҡлы үтте. Бөгөн беҙ Өфөнөң нисек үҫешеүен һәм нимә менән ярҙам итә алыуыбыҙҙы асыҡ аңларға йыйылдыҡ, – тине Радий Хәбиров. Ҡала сәнәғәтте үҫтереү һәм инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген арттырыу йәһәтенән яҡшы күрһәткестәр күрһәтә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. – Күп осраҡта был, әлбиттә, сәнәғәт компанияларының күпселеге Өфөлә урынлашыуы менән бәйле. Был нефть эшкәртеү, машиналар эшләү, оборона комплексы предприятиелары. Ошо предприятиелар өсөн кадрҙар әҙерләүсе колледждарыбыҙҙа бюджет урындары һанын арттырырға ниәтләйбеҙ. Был, етештереү күләмдәренең артыуын иҫәпкә алып, бөгөнгө көнгә төп бурыстарҙың береһе. Инвесторҙар менән эшләүегеҙ өсөн дә рәхмәт. Инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү республика программаһы сиктәрендә был өлкәгә бәйле бөтә нәмәне лә ярайһы уҡ бюрократик кәртәләрҙән азат иттек, ер биреү ваҡытын, өҫтөнлөклө инвестиция проекты статусын ҡыҫҡарттыҡ. Һәм Өфө бында әүҙем эш итергә тейеш, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы Өфө инфраструктураһын үҫтереү буйынса пландар хаҡында һөйләне. – Әүҙем берлектәге эшебеҙ һөҙөмтәһендә баш ҡалала ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырабыҙ. Шулай итеп, 2024 йылдың мартына Көнсығыш сығыу юлын сафҡа индерәбеҙ. Өфөнөң “Көньяҡ ҡапҡаһы” төҙөлөшө яҡшы темптар менән бара. Был да мөһим бурыс. Бынан тыш, һеҙҙең менән Өфөнөң Көньяҡ урау юлын, Интернациональ урамындағы яңы күперҙе проектлау, Салауат Юлаев проспектын оҙайтыу буйынса ҙур эш алып барабыҙ. Был ҙур проекттарға алдағы йылдарҙа иғтибар итәсәкбеҙ, – тип өҫтәне Радий Хәбиров. Өфө поликлиникаларын яңыртыу ҙа мөһим эш йүнәлеше буласаҡ. – Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин тәҡдим иткән һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы арҡаһында беҙ күп кенә муниципалитеттарҙа яҡшы эшләнек. Хәҙер поликлиникаларҙың торошо, ҡорамалдарҙың сифаты, ҡайһы бер ауыл муниципалитеттарының кадрҙар составы Өфөгә ҡарағанда яҡшыраҡ, – тине төбәк Башлығы. – Өфөнөң ҡайһы бер поликлиникалары күптән инде етди иғтибар талап итә. Шуға күрә Өфөнөң беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын комплекслы яңыртыу программаһын башланыҡ. 2030 йылға тиклем республика бюджетынан уға һигеҙ миллиард һум йүнәлтәсәкбеҙ. 2024 йылда алты поликлиниканы капиталь ремонт эштәре көтә. Өфө туристар өсөн дә ҡыҙыҡлыға әйләнәсәк, тип билдәләне республика етәксеһе. – Өфө Рәсәйҙең туристик картаһында күренеп тора. Бында бик күп туристар килә. Дөйөм алғанда, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса республикала туристар ағымы 20 процентҡа артҡан. Был яҡшы күрһәткес, киләһе йылдарҙа ул үҫәсәк кенә. Быны ла иҫәпкә алырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек тураһында һөйләгәндә, төбәк Башлығы уның эш тәртибендә барыуын билдәләне. – Беҙгә 2024 йылда үтәсәк саралар тураһында уйларға кәрәк. Тәү сиратта юғары кимәлдә “Рәсәй – спорт державаһы” форумын һәм Рәсәй менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумын үткәрергә кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Был ике сара Өфөнө бөтә матурлығы һәм төрлөлөгө менән таныштырыусы күп һанлы форумдарҙың һәм башҡа ваҡиғаларҙың сағылышы буласаҡ. Кәңәшмә аҙағында Башҡортостан Башлығы ҡала предприятиелары вәкилдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. *** Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев үҙенең сығышында 2023 йылда ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһаны һәм 2024 йылда билдәләнәсәк республиканың баш ҡалаһының 450 йыллығына әҙерлек тураһында һөйләне. Юбилейға әҙерлек ҡаланың яңыртылыуына ҡеүәтле этәргес бирҙе, тип билдәләне муниципалитет етәксеһе. Һүҙ ҙур социаль объекттар төҙөү, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү, баш ҡала инфраструктураһын яңыртыу хаҡында бара. Был уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға Һәм Өфө халҡын борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә быйыл Өфөлә дөйөм оҙонлоғо һигеҙ саҡрымлыҡ ете урам ремонтланған. Бынан тыш, 2023 йылдың декабрь аҙағына тиклем ҡалала Зинин юл үткәргесе сафҡа индереләсәк. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектында ҡатнашыу Ағиҙел аръяғындағы инженер селтәрҙәре һалырға, Затон-Көнсығыш, “Сағыу” (Яркий) һәм Глумилин биҫтәләрендә яңы урамдар төҙөргә мөмкинлек бирә. Ә “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты буйынса бүленгән аҡсаға ҡала яңы арт-объекттар, фотозоналар, туристик биноклдәр һәм стереоскоптар аласаҡ. 2023 йылда инвестициялар ағымы – өс квартал йомғаҡтары буйынса 30 процентҡа үҫеш, баш ҡала предприятиеларының тейәп оҙатылған тауарҙары күләме һәм торлаҡты сафҡа индереү ыңғай динамика күҙәтелә, тип өҫтәне Ратмир Мәүлиев. Эшһеҙлек түбән кимәлдә ҡала – яҡынса 0,5 процент. Йорт яны биләмәләрен, шул иҫәптән “Башҡорт ихаталары” республика программаһы буйынса төҙөкләндереү көнүҙәк йүнәлеш булып ҡала. 2023 йылда Өфөлә 61 күп фатирлы йортто үҙ эсенә алған 18 майҙансыҡ тәртипкә килтерелде. Бынан тыш, 52 йортта 172 подъезд ремонтланған. Ә 2019 йылдан алып “Башҡорт ихаталары” программаһы ҡалала 155 йорт яны биләмәһен яңыртырға мөмкинлек биргән. Өфө хакимиәте башлығы шулай уҡ ҡалала тормошҡа ашырылған экологик проекттар хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә 4,7 мең эре үҫенте һәм 6,3 мең ҡыуаҡ ултыртылған. Ә төбәктең баш ҡалаһының юбилейына бөтәһе 45 мең ҙур ағастар һәм ҡыуаҡ ултыртыу күҙаллана. Ҡала биләмәһендә экологик хәлде яҡшыртыуға яңы ҡар иретеү пункты асылыуы ҙур өлөш индерә. Бындай объекттар 14 йыл буйына төҙөлмәгән. Тағы бер башланғыс – ҡала периметры буйлап 70 саҡрым оҙонлоҡтағы “Өфө муйынсағы” маршрутын булдырыу. Күптән түгел Аврора урамы буйлап перинаталь үҙәктән “Президент-отель” күҙәтеү майҙансығына тиклемге участкала эштәр тамамланған. – Баш ҡалала тотош туристик кластерҙар булдырабыҙ, унда йөрөү һәм ҡаланың иҫтәлекле урындары менән танышыу уңайлы буласаҡ, – тине Ратмир Мәүлиев. – Комплекслы төҙөкләндереү майҙансыҡтары иҫәбендә – Өфөнөң тарихи үҙәгендә Октябрь Революцияһы урамындағы Көрәш һарайы һәм йәйәүлеләр зонаһы. Сығыштың аҙағында муниципалитет башлығы Радий Хәбировҡа һәм республиканың идара итеү командаһына ҡаланы үҫтереүгә һәм төбәктең баш ҡалаһының 450 йыллығына әҙерлеккә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. – Үҙ сиратымда Өфөнөң бөтә байрам сараларын лайыҡлы кимәлдә үткәрәсәгенә ышандырырға теләйем, – тип йомғаҡланы Ратмир Мәүлиев. *** Һуңғы йылдарҙа Өфө йылдам үҫешә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. – Беҙ ҡала үҫешенең дөрөҫ форматын таптыҡ. Беҙҙә Өфө ярымутрауы сиктәрендә төҙөлөш алып барыу мөмкинлеге бар, әммә был өлөштә өҫтөнлөклө биләмәләр булып Ағиҙел аръяғы һәм Ҡариҙел аръяғы тора. Шул уҡ ваҡытта Өфө хакимиәте төҙөүселәр менән берлектә биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проекттарына йүнәлеш бирергә тейеш, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Киләһе йыл башында ҡаланың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә йомғаҡ яһаясаҡбыҙ. Мәктәптәр, балалар баҡсалары, ихаталарҙы төҙөкләндереү үҫешен ҡараясаҡбыҙ. Был – халҡыбыҙҙы борсоған мәсьәләләр. Төбәк етәксеһе мәҙәни мираҫ объекттарын тергеҙеүгә иғтибарлы булырға, шулай уҡ коммуналь хеҙмәттәрҙең һәм урамдарҙы һәм ихаталарҙы таҙартыу буйынса идара итеүсе компанияларҙың эшен яйға һалырға тәҡдим итте. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru.
Декабрь аҙағына тиклем ҡалала Зинин юл үткәргесе сафҡа индереләсәк
20 декабря 202320 дек 2023
8 мин