Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова белдереүенсә, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына президент һайлауында ҡатнашырға теләк белдереп 16 кандидат ғариза яҙған. Уның һүҙҙәренсә, әле президент вазифаһына кандидаттар әүҙем тәҡдим ителә. Элла Памфилова традицион тауыш биреү менән бер рәттән 29 төбәктә электрон тауыш биреү үткәрергә тәҡдим итте. Шифрҙы ике этапта уҡыу планлаштырыла. Һайлау кампанияһы 7 декабрҙә рәсми рәүештә иғлан ителде. Сираттағы президент һайлауы 2024 йылдың 17 мартында үтәсәк. Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, тауыш биреү өс көн дауам итәсәк — 15 марттан 17 мартҡа тиклем. Партияларҙан кандидаттар күрһәтеү - 2024 йылдың 1 ғинуарына тиклем, үҙ-үҙеңде күрһәтеү 2023 йылдың 27 декабренә тиклем мөмкин. Ғәмәлдәге дәүләт башлығы Владимир Путин президент һайлауҙарында бишенсе тапҡыр ҡатнаша. Ул 8 декабрҙә полковник Артем Жога менән һөйләшеү барышында Ватан геройҙары көнө хөрмәтенә наградалар тапшырыу тантанаһынан һуң үҙ кандидатураһын тәҡдим итеү ниәте тураһында х