Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың ҡайһы бер юлдарында автомобилдәҙең хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелгән. Водителдәрҙең хеүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм тейешле ярҙам күрһәтеү маҡсатында, ведомство М-5 Урал автомобиль юлына ике мобиль йылыныу пункттары оҙатылған. Уларҙың береһе – 1501-се километрҙа (Иглин районындағы Ясная Поляна ауылына боролған урында), икенсеһе 1543-сө километрҙа (Иглин районының Майский ауылына боролған урында) урынлаштырыла. Башҡортостандағы автомобиль юлдарында йөк һәм пассажир транспортына сикләүҙәр индерелде: ⛔ М-5 Урал – 1194 – 1369-сы километрҙа (Октябрьский ҡалаһы, Туймазы районы, Бүздәк районы) - 1494 – 1548-се километрҙа (Өфө районы, Иглин районы) М-5 Урал ⛔ Шишмә – Аксен – Ҡырғыҙ – Миәкә: - 0-дән 151-се километрға тиклем (Шишмә, Дәүләкән, Әлшәй, Миәкә райондары) ⛔ Өфө-Бөрө-Яңауыл - с 33+000 – 173+000 километрҙа (Благовещен, Бөрө, Бөрө, Мишкә, Борай райондары). Ғәҙәттән тыш хәлдәр мини