Төбәк етәксеһе ветерандарҙы һәм Рәсәй федераль именлек хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы коллективын һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы. – Һеҙҙе Рәсәй Федерацияһы именлек органдары ойошторолоуына 106 йыл тулыуы менән ҡотлайым! Рәсәй федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы экстремистар менән уңышлы көрәшә, теракттарҙы һәм законһыҙ ғәмәлдәрҙе туҡтата. Һеҙ республика власы органдарына тотороҡлолоҡ хәүефен ваҡытында асыҡлауҙа ҙур ярҙам күрһәтәһегеҙ. Коррупцияға ҡаршы көрәш йәһәтенән дә күп эшләйһегеҙ. Байрамығыҙ менән тағы берҙе ҡотлайым һәм намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм! Һеҙгә һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем! – тине төбәк етәксеһе. Фото: glavarb.ru