“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Туймазы районының Туҡай ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы йыл алдынан сафҡа индерелгән бинаны ауылдаштар юғары баһаланы. Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Гәрәев һәм район хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов медицина учреждениеһын асыу тантанаһында ауыл халҡын оло байрам менән ҡотланы. Бина бөтә стандарттарға ярашлы йыһазландырылған. Бында планлы, кисектергеһеҙ һәм ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған. Коммуникациялар үткәрелгән, һалҡын һәм эҫе һыу, электр уты бар. Заманса бинала ҡабул итеү, процедура-прививка кабинеттары, гардероб урынлашҡан. Тәүге медицина-санитар ярҙамын 481 кеше аласаҡ. ФАПҡа фельдшер Шахноза Мөхтәрова етәкселек итә. Ул халыҡ араһында абруй менән файҙалана. – Барыбыҙ ҙа ауылда шундай матур бина асылыуына шат. Һәр кем өйөнә яҡын ерҙә тәүге медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә. Сирҙе иҫкәртеү дауалауға ҡарағанда күпкә еңелерәк, шуға күрә медицин