Сираттағы етен партияһын Башҡортостандан Ҡытайға оҙаттылар, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Сит илгә, шул иҫәптән агросәнәғәт комплексы продукцияһын оҙатыуҙы арттырыу "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектының төп маҡсаты булып тора. Уны Әбйәлил районы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре әҙерләгән. Ҡытайға оҙатыр алдынан продукция Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре тарафынан тикшерелгән һәм рәсмиләштерелгән. Шулай уҡ һәр партиянан һайлап алынған өлгөләр лаборатория экспертизаһын үтә. "Беҙ Ҡытай менән ярайһы уҡ яҡшы мөнәсәбәттәрҙә. Беҙ көнбағыш һәм рапс майы, ҡоро һөт һәм башҡа продукцияны әүҙем экспортлайбыҙ. Һыйыр ите буйынса һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Ҡытай Халыҡ Республикаһы тарафынан Рәсәйгә күрһәтелгән бөтә сертификаттарҙы, мониторингтарҙы үтәбеҙ. Көслө конкуренцияны күрәбеҙ, шуға күрә Ҡытай баҙарына тәбиғи сифатлы продукция менән инәбеҙ", – ти төбәктең Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужа
Башҡортостан Ҡытайға етендең сираттағы партияһын оҙатты
20 декабря 202320 дек 2023
1 мин