Найти тему
Башҡортостан гәзите

Дәрестә телефон ҡулланыу тыйылды

Мәктәп уҡыусылары өсөн дәрестәрҙә смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуға сикләүҙәр индереләсәк, әммә мәктәп ҡоролмалары тыйылмаясаҡ. Бындай законға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Мәктәп дәрестәрендә кеҫә телефондарын ҡулланыуҙы тыйыуҙы ата-әсәләр һәм уҡытыусылар күптән һорай ине, яңы закон тәртипте арттырасаҡ, сөнки балалар смартфонға иғтибарын йүнәлтмәйәсәк, тип билдәләне бынан алда Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин. Уның белдереүенсә, ҡабул ителгән ҡарар шулай уҡ уҡытыусының белем сифатын һәм абруйын күтәрәсәк. Был үҙгәреш класта йәнле аралашыуға булышлыҡ итәсәк. – Бөгөн күп балаларҙың кеҫә телефондарына бәйлелектән яфаланыуын һәм социаль аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар кисереүен иҫәпкә алғанда, был мөһим, – тине Вячеслав Володин. Рәмилә Мусина фотоһы.